Уйын барышында ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәр менән бер рәттән әрме хеҙмәтенә саҡырылыуына нисек ҡарайһығыҙ; республика мәктәптәрендә башҡорт теле мотлаҡ уҡытылырға тейешме кеүек үҙенсәлекле темаларға бәхәс ҡорҙо. Команда ағзалары премьер-министр, вице-премьер, оппозиция лидеры, хөкүмәт секретары һ.б. “исеменән” сығыш яһаны. Уйын шарттарына ярашлы, берәүҙәр – ыңғай, икенселәр кире ҡарашта булыуҙарын белдерҙе һәм яҡланы. Әйтергә кәрәк, башҡорт телендә әйтер фекереңде кешегә дөрөҫ еткерә белеү, телмәрҙә төрлө сәйәси, иҡтисади терминдарҙы тәржемәләп ҡул¬ланыу еңел булманы. Әммә өйрәнмәйенсә, һүҙ, телмәр запасын байытмайынса бер тел дә үҫешмәйәсәк, һаҡланмаясаҡ. Был йәһәттән, шулай уҡ телде өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа “Аҫылташ”тың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Нисек кенә булмаһын, командалар тәҡдим ителгән темалар буйынса ныҡлы дәлилдәр килтерергә йә уларҙы кире ҡағырға, фекерҙәрен яҡларға, сетерекле һорауҙарға тулы яуаптар бирергә тырышты. Уйын аҙағында Азалия Камалетдинова (Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы, 2-се мәктәп уҡыусыһы) белдереүенсә, улар тәүҙә ҡаушап, хатта ҡурҡып ҡалған, әммә ярыш, яңы уйын сәмләндергән, финалға еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалғандар, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булған.
Йәш сәйәсмәндәрҙең сығыштарын “судьялар” –“Аҫылташ” турнирын ойоштороу комитеты ағзалары, Өфө ҡалаһының вуздар студенттары – баһаланы. Һөҙөмтәлә ярайһы ҡатмарлы ярышта Башҡорт гимназия-интернатының “Киләсәк быуын” командаһы – Ангелина Калиниченко һәм Азалия Аҙнабаева – чемпионаттың һайлап алыу этабы еңеүселәре тип билдәләнде; Динара Вәлиәхмәтова иһә “Иң яҡшы спикер” исеменә лайыҡ булды. Еңеүсе команда Өфө ҡалаһында 12 декабрҙә үтәсәк финал уйынында ҡатнашасаҡ.
– Бик яҡшы уйын! Башҡорт телен үҫтереү, уны өйрәнеү өсөн ҙур тәжрибә майҙаны. Йәштәрҙең танып-белеү даирәһен киңәйтеү, шәхсән үҫешеү, үҙ көстәрен һынап ҡарау, үҙ-үҙҙәрен асыу өсөн дә иҫ киткес мөмкинлек. Еңеүсе командаға уңыштар!