Туризм
21 Ноября 2018, 06:23

Илһам, рухи көс алып ҡайттым

Халыҡ таланттарын асыҡлау һәм үҫтереү, оҙон көй башҡарыуҙы, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү маҡсатында Туймазыла «Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсы уҙҙы. Унда Бәләбәйҙән “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең клуб формированиелары етәксеһе Миңзифа Вилданова ҡатнашты һәм дипломға лайыҡ булды.

Халыҡ таланттарын асыҡлау һәм үҫтереү, оҙон көй башҡарыуҙы, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү маҡсатында Туймазыла «Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсы уҙҙы.
Унда Бәләбәйҙән “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең клуб формированиелары етәксеһе Миңзифа Вилданова ҡатнашты һәм дипломға лайыҡ булды. Ул саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– «Оҙон көй» бәйгеһендә икенсе тапҡыр ҡатнаштым. Абруйлы жюри хөкөмөнә башҡорт халыҡ йыры “Каруанһарай”ҙы тәҡдим иттем. Бәйгелә һикһәндән өҫтә оло йәштәгеләрҙең, 5-6 йәшлек балаларҙың сығыш яһауы һоҡландырҙы. Ә ниндәй һәләтле йәштәребеҙ бар беҙҙең! Айырыуса егеттәр, ниндәй моңло матур тауыш менән халыҡ көйҙәрен яңғыратты, иҫ китмәле! Тимәк, беҙҙең боронғо башҡорт йырҙары, уларҙы башҡарыу оҫталығы юғалмаясаҡ, быуындан -быуынға тапшырыласаҡ. Шуныһы бигерәк шатландырҙы һәм ғорурландырҙы. Йыр-моң байрамынан рухымды байытып, ижади көс һәм илһам алып ҡайттым.
Алһыу Шәрипова
Читайте нас