Карина Әсәҙуллина Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт-гимназия интернатының 5а класында “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый. Ул матур итеп һүрәт төшөрөргә, зауыҡлы ҡул эштәре яһарға ла бик оҫта.
Карина бына дүртенсе йыл Бәләбәй ҡалаһы Сәнғәт галереяһының һынлы сәнғәт бүлеге түңәрәгендә теләп шөғөлләнә. Ул унда һүрәт төшөрөү серҙәренә һәм төрлө ҡул эштәре нескәлектәренә өйрәнә. Һәләтле һәм тырыш ҡыҙҙың етәксеһе Ольга Иванова ла уның эштәре менән бик ҡәнәғәт.
Күптән түгел Каринаның “Әсәйемә бүләк” тип аталған һүрәте сәнғәт галереяһы күргәҙмәһенә ҡуйылды һәм хаҡлы рәүештә уның бер биҙәге булды тип әйтһәк, һис бер арттырыу булмаҫ.
Ул республика кимәлендәге конкурстарҙа ла көсөн һынап ҡарай, үҙе кеүек үк талантлы тиҫтерҙәренең ижад емештәре менән даими ҡыҙыҡһына, өйрәнә, ҡылҡәләмен сарлай. Йыл башында Өфө ҡалаһында “Башнефть-Сервис” йәмғиәте юбилейына арнап уҙғарылған балалар һүрәттәре конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урын алды һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Әлеге ваҡытта ул ошо уҡ йәмғиәт хакимиәте уҙғарасаҡ “Атай-әсәйемдең һөнәре” конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә.
Әлфиә Шафиҡова, башҡорт гимназия-интернаты тәрбиәсеһе