Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Ноябрь 2018, 11:24

Йәш гвардиясыларҙа – яңы лидер

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһе Бәләбәй районы урындағы бүлексәһенең отчет-һайлау йыйылышы булып уҙҙы. Йәмәғәт ойошмаһы активистары бүлексәнең ике йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, яңы лидер һайланы һәм киләсәккә пландар билдәләне.

Конференция делегаттарына сәләмләү һүҙе менән БР Бәләбәй муниципаль районы советы башлығы Василий Петров, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһе урындағы бүлексәһенең политсовет секретары Артур Садиҡов, муниципаль район хакимиәте ҡаршыһындағы Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Зилә Әбдрәхимова, “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһының баш мөхәррире Лариса Трифонова мөрәжәғәт иттеләр.
Бәләбәй йәш гвардиясыларының 2016-2018 йылдарҙа ниндәй акцияларҙа һәм сараларҙа ҡатнашыуҙары тураһында “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” урындағы бүлексәһе етәксеһе Илдар Васильев һөйләне.
Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Уставына ярашлы, конференция делегаттары “Йәш гвардия”ның урындағы бүлексәһенең яңы составын һайланы. Йәш гвардиясыларҙың урындағы штабы һәм урындағы бүлексәһе етәксеһе итеп ҡала тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Дарья Алексеева һайланды.
Илдар Васильев менән ул беҙҙең райондан “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” Башҡортостан төбәк бүлексәһенең республика конференцияһында ҡатнаша.
“БХ” белешмәһе
Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһе урындағы бүлексәһендә 200-ләп кеше иҫәпләнә. Башланғыс ойошмалар гуманитар-техник, медицина колледждарында, ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм механикалаштырыу колледжында, 15-се мәктәптә һәм ҡала-райондың башҡа белем биреү ойошмаларында ойошторолған.
Римма Солтанова
Читайте нас