Рәсәйҙә, башҡа күп илдәрҙәге кеүек, иң яғымлы, иң ҡәҙерле кешегә – Әсәгә бағышланған байрам бар. Был көндө беҙгә ғүмер биргән, ҡайғыртҡан, ваҡытын бүлгән, балалар тәрбиәләүҙә үҙен аямаған өсөн әсәйҙәргә рәхмәт әйтеү күркәм йолаға әйләнгән.
Хуш еҫле сәй һәм бәлештәр, көндөң нисек үтеүе тураһында һөйләү... Был йолалар Яковлевтар ғаиләһендә инде 15 йыл. Атай кеше эш сәфәрендә булғанда дәрестәр һәм билдәләр, репетициялар һәм күнекмәләр тураһында әсәй тыңлай.
Ә бит ул бала сағында хореография студияһында шөғөлләнгән, күбәләк булып сәхнә өҫтөнән осоу өсөн балерина булырға хыялланған. Әммә тормош уның өсөн икенсе сценарий яҙған...
Ул бына тигән итеп машина йөрөтә, балаларын мәктәпкә илтә, юлда барғанда бөгөн эшләргә тейешле мөһим эштәрен барлай. Үҙаллы, дәрт-дарманлы, уңышлы... Бары тик дуҫтары һәм ғаиләһе генә был ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе, барыһынан элек, үҙ өҫтөңдә, холоҡ-фиғелең өҫтөндә эшләү икәнен белә.
Ғаилә, эш, яратҡан шөғөлдәр... Бәләбәй ҡалаһының 24-се “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында педагог булып эшләүсе, “Йыл тәрбиәсеһе-2018” республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында “Мәғлүмәти-компьютер технологияларын иң яҡшы ҡулланыу” номинацияһында лауреат булған Ольга Яковлева – ҡарап тороуға яп-ябай ҡатын тормошон шуларҙан башҡа күҙ алдына ла килтемәй. Ул утлы бейеүҙә осоусы күбәләк түгел. Ул әсә, ул Ғаилә тип аталған кескенә ғаләмдең үҙәге.