2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә эшһеҙлек пособиеһы 2009 йылдан алып тәүге тапҡыр һиҙелерлек артасаҡ.
Киләһе йылдың ғинуарынан эшһеҙлек пособиеһының иң аҙы — 850-нән 1500 һумғаса, иң күбе 4900-ҙән 8000 һумға тиклем арттырыла.
Бынан тыш, 2019 йылдан тәүге тапҡыр пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн эшһеҙлек пособиеһы индерелә. Улар өсөн пособиеның иң аҙы — 1500 һум, иң күбе 11 280 һум, йәғни 2018 йылдың икенсе кварталында эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 100% тәшкил итә.
Башҡортостанда, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, пенсия алды йәшендәгеләр өсөн эшһеҙлек пособиеһының максималь күләме 12 972 һум булырға тейеш.
Ағымдағы йылдың ноябрь башына төбәктә 17,8 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән. Был йыл башы менән сағыштырғанда 13,7% аҙыраҡ. «Рәсми» эшһеҙҙәрҙең дөйөм һанынан 62 проценты тиерлек — ҡатын-ҡыҙҙар.