Бәләбәй ҡалаһында “Кино донъяһы” кинотеатрының кесе залын яңыртҡандан һуң фильмдарҙы ике залда ла яңы форматта ҡарарға мөмкин.
“Быға халҡы 500 меңгәсә иҫәпләнгән ҡалаларҙа ватан кинематографияһын үҫтереү программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә ирешеп булды”, – тип һөйләй “Кино донъяһы” кинотеатры директоры Лариса Бойцова.
Программа шарттарына ярашлы, кино ҡуйыу ҡорамалдарына һәм уларҙы монтажлауға аҡса бүленә. Үҙ аҡсалары иҫәбенә ремонт эшләргә тейеш булалар. Эштәрҙең бер өлөшөн “Белстрой” йәмғиәте (етәксеһе – Фидан Булатов) башҡара.
Кинотеатр хеҙмәткәрҙәренең көсө менән тамашасылар залы һәм цифрлы ҡорамалдар ҡуйыу өсөн киноаапарат бүлмәһе әҙерләнә, йылытыу системаһы йүнәтелә, кинозал өсөн креслолар йыйып ҡуйыла, янғынға ҡаршы саралар үткәрелә, фойе биҙәлә.
Ниһайәт, күптән түгел оҙаҡ көтөлгән яңыртылған зал асылды!
Зөлфиә Ғарифуллина. Фотола яңыртылған кинозалды асыу мәле