“Башҡортостан” концерт залында, Әсәйҙәр көнөнә арналған сараларға ярашлы, “Өлгө ал” социаль актив ғаиләләр конкурсы финалсыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Хәбәр итеүебеҙсә, еңеүселәр – Өфөнән Зәйнетдиновтар ғаиләһе. СМС-тауыш биреүҙе йомғаҡлау һөҙөмтәһе буйынса уларҙан 17 генә тауышҡа ҡалышып, Бәләбәйҙән Крыловтар ғаиләһе икенсе урын яуланы.
Финалсылар конкурс комиссияһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡаршыһындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил А.Ю. Кузнецова ҡултамғаһы менән Рәхмәт хаты алды.
Крыловтар ғаиләһе бәләбәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте:
– Беҙ ҡала кешеләренең беҙҙе яҡлауын, проект менән, шулай уҡ беҙҙең ижад менән ҡыҙыҡһыныуҙарын тойҙоҡ, – ти ғаилә башлығы Павел Николаевич Крылов. – Район һәм ҡаланың беҙҙең ғаилә өсөн тауыш биргән һәр кешеһенә рәхмәтлебеҙ.