Алда мәктәп уҡыусыларын оҙон каникул көтә. Уны файҙалы итеп уҙғарыу өсөн Муниципаль райондың мәғариф идаралығы балаларҙың ял итеүен, уларҙы сәләмәтләндереүҙе “Юлдаш” балалар һауыҡтырыу лагерында ойошторорға тәҡдим итә. Ҡышҡы заезға заявкалар ойошмаларҙан, ниндәй ведомстволарҙа булыуҙарына ҡарамаҫтан, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙан ҡабул ителә. Ҡаланан ситтәге һауыҡтырыу учреждениеларына юлламаларҙың хаҡы 2018 йыл декабренең икенсе яртыһында билдәле буласаҡ. Ял 7-нән 15 йәшкәсә балалар өсөн ойошторола.
Юллама һатып алыу һәм белешмәләр өсөн Мәғариф идаралығына (15-се эш бүлмәһе) мөрәжәғәт итергә: Совет урамы, 10, һауыҡтырыу эше координаторы Мария Алексеевна Әхмәтоваға, тел.: 5-72-18, эл. адрес: akhmetovamarya@yandex.ru.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне