Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Ноябрь 2018, 19:38

Урамдар яҡты булһын!

Муниципаль район ауылдары биләмәләрендә иҫке яҡтыртҡыстарҙы энергия һаҡлаусы замансаһына алыштырыу буйынса әүҙем эш бара. Ошо маҡсатта республика бюджетынан төҙөкләндереүгә бүленгән аҡса файҙаланыла.

Муниципаль район ауылдары биләмәләрендә иҫке яҡтыртҡыстарҙы энергия һаҡлаусы замансаһына алыштырыу буйынса әүҙем эш бара. Ошо маҡсатта республика бюджетынан төҙөкләндереүгә бүленгән аҡса файҙаланыла.
Ермолкин ауыл советы ауыл биләмәһендә 55 ватт ҡеүәтле диод ярҙамында яҡтыртыусы (светодиодлы) 18 яҡтыртҡыс һатып алғандар. Уларҙы биләмәнең кәрәк булған бөтә тораҡ пункттарҙа ла иҫке терегөмөшлө лампалар урынына ҡуялар.
Семенкин ауыл биләмәһендә уҙған йылғы 13 светодиодлы яҡтыртҡысҡа тағы 10-һы өҫтәләсәк.
Донской ауыл советы ауыл биләмәһендә шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыуҙы яңырталар. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Пахарь ауылында светодиодлы 20 яҡтыртҡыс ҡуялар.
Рассвет ауыл советы ауыл биләмәһенең Алексеевка ауылы урамдары саттарын биш лампа яҡтырта. Мәктәп, балалар баҡсаһы янында хәҙер кисен көндөҙгө кеүек яҡты.
Кирилловкала йәшәүселәр үҙҙәре кәрәк эштән ситтә ҡалмаған – үҙ аҡсаларына тағы ике светодиодлы ике лампа һатып алғандар, ә уларҙы ҡуйырға “Белэнерго” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен йәлеп иткәндәр.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас