Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Ноябрь 2018, 12:54

Беҙгә уҡырға килегеҙ!

Колледж тураһында, унда алырға мөмкин һөнәрҙәр хаҡында кем барыһынан да яҡшыраҡ һөйләй ала? Әлбиттә, студенттар үҙҙәре!Уҡыу урындары вакансияларының муниципаль йәрминкәһендә биш йөҙләп мәктәп уҡыусыһы булды. Бәләбәй колледждары аудиториялары һәм оҫтаханаларынан өс көн буйы кеше өҙөлмәне.

Колледж тураһында, унда алырға мөмкин һөнәрҙәр хаҡында кем барыһынан да яҡшыраҡ һөйләй ала? Әлбиттә, студенттар үҙҙәре!
Уҡыу урындары вакансияларының муниципаль йәрминкәһендә биш йөҙләп мәктәп уҡыусыһы булды. Бәләбәй колледждары аудиториялары һәм оҫтаханаларынан өс көн буйы кеше өҙөлмәне.
Бында мәктәп уҡыусыларын тыуған ҡалала һөнәри белем алыу мөмкинлектәре тураһында һөйләргә көтөп алдылар.
Барыһына ла ҡыҙыҡлы булды. Студенттар үҙҙәрен уҡытыусы ролендә “һынап ҡараны”, буласаҡ һөнәрҙәре хаҡында нисек тә булһа ҡыҙығыраҡ һөйләргә тырышты, уҡыусылар уҡыу-уҡытыу күргәҙмәләрен иғтибар менән ҡарай, һорауҙар бирә алды.
– Бөтә колледждарҙа ла беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар, мауыҡтырғыс оҫталыҡ кластары әҙерләгәндәр, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты 8-се мәктәптең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Анна Стрельцова.
Аннаға һәм уның дуҫ ҡыҙы Валерия Степановаға буласаҡ педагогтар һәм медиктарҙа ҡунаҡта оҡшаған.
– Осрашыу башланыу менән беҙҙе үҙ студенттары итеп күрергә теләүҙәре аңлашылды, – ти Лера. – Миңә медицина колледжында бик оҡшаны, мәктәпте тамамлағас шунда барырға ниәтләйем.
Гөлнара Мурзина
Читайте нас