Район һәм ҡала газеталары журналистарын БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сәләмләне һәм уңышлы эш теләне. Ысынлап та, осрашыу эшлекле һәм файҙалы булды. Унда милли матбуғаттың заман шарттарында үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды; башҡорт матбуғат баҫмаларында орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе үтәү, тема һәм жанр төрлөлөгө, милли матбуғаттың интернетта һәм социаль селтәрҙәрҙә үҫеш проблемалары яҡтыртылды; бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа газеталарҙың тиражын нисек арттырыу, сайттарға уҡыусыларҙы нисек йәлеп итеү, кадрҙар мәсьәләләре күтәрелде. Өлгө өсөн ҡайһы бер газеталарға күҙәтеү яһалды, баҫмаларҙың уңышлы һәм иғтибар талап иткән яҡтары ҡаралды. БДПУ-ның башҡорт филологияһы деканы Луиза Сәмситова, ошо уҡ уҡыу йортоноң башҡорт теле кафедраһы доценты Эльвира Рәхимова, БДУ-ның журналистика кафедраһы доценты Нәилә Әхмәтйәнова, "Йәшлек" газетаһы мөхәррире Артур Дәүләтбәков, веб-дизайнер Илдар Кинйәбулатов сығыш яһанылар. Спикерҙар менән осрашыу йәнле аралашыу форматында уҙҙы, йыйылғандар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға тулы яуаптар ала алды.