Бөтә Рәсәй “Стоп-ВИЧ/СПИД” акцияһына ярашлы, “Lifе” (“Жизнь”) проекты менән Бәләбәйгә Константин Хабенскийҙың “Хахачу” ижади үҫеш студияһы актерҙары – йәш өфөләр килде.
Әлеге акция йылына ике мәртәбә уҙғарыла. Ул ғәҙәттә Халыҡ-ара СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә һәм Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә тура килтерелә.
Йәштәр өсөн мәғлүмәти акцияның төп темаһы – ВИЧ-инфекция ауырыуынан иҫкәртеү. Ҡаланың урта мәктәптәренән өлкән кластар уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары театрлаштырылған тамаша ҡараны, ВИЧ-ҡа экспресс-тестар тапшырҙы, ҡунаҡтар менән фотоға төштө.