Рабиғел әүүәл айында Ислам донъяһында ҙур тантана, бөтөн донъя мосолмандарының мөбәрәк байрамы уҙа. Рабиғел әүүәл айының ун беренсе кисендә иң күркәм өлгө булған Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәте Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләм донъяға килгән. “Мәүлит” – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата.
Был көндәрҙә мосолмандар күркәм мәжлестәргә йыйылып, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең йәшәү рәүеше, әхлағы тураһында аят-хәҙистәрҙе уҡый, салауаттар әйтеп, доғалар ҡыла.
Бөгөнгө көндә Мәүлитте байрам итеү ғәҙәттәре ныҡлап ҡайтарылды. Мәүлитте ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла уҙғаралар. Мәсеттәрҙә, мәҙәниәт йорттары сәхнәләрендә Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләмдең тыуған көнөнә бағышлап саралар ойошторола.
Бәләбәйҙә Мәүлит байрамы 7 декабрҙә “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә уҙасаҡ. Башлана 17.30 сәғәттә.