Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата Сибай концерт-театр берекмәһе «Башҡортомдоң 100 йыры» тип аталған аудиодиск сығарҙы.
Унда тупланған башҡорт халыҡ йырҙары Сибай филармонияһы йырсылары башҡарыуында ғына яҙҙырылған. Альбомда бөтәһе 100 йыр. Проект авторҙары — республиканың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.
Йыйынтыҡ йыр һөйөүселәрҙең коллекцияһын тулыландырып ҡына ҡалмаҫ, ә музыкаль уҡыу йорттары студенттары өсөн файҙалы уҡыу-ҡулланма материалы ла булыр, тип ышана улар.