Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Декабрь 2018, 11:21

Хәтер – изге эш

Муниципаль райондың ауыл һәм ҡала биләмәләрендә, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы, тормошҡа ашырыу өсөн өҫтөнлөклө проекттарҙы асыҡлау маҡсатында граждандар йыйылыштары уҙҙы.

Муниципаль райондың ауыл һәм ҡала биләмәләрендә, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы, тормошҡа ашырыу өсөн өҫтөнлөклө проекттарҙы асыҡлау маҡсатында граждандар йыйылыштары уҙҙы.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыу алдынан Иҫке Семенкин ауыл советы ауыл биләмәһе халҡы һәләк булған хәрбиҙәр һәйкәленә капиталь ремонт эшләү һәм уның тирә-яғын төҙөкләндереү өсөн йыйылышта бер тауыштан ҡарар итте.
– Беренсе йыйылыш ауыл мәҙәниәт йортонда октябрҙә үк уҙғайны. Уға әҙерлек барышында алдан халыҡ араһында анкета һорауҙарына яуап биреү үткәрелде. Ул кешеләрҙең һәләк булған һалдаттар тураһында иҫтәлекте һаҡлауҙы өҫтөнлөклө бурыс итеп һанауҙарын асыҡланы, – тип хәбәр итте башлап йөрөүсе төркөм рәйесе Татьяна Никитина. – Конкурста иң күп балл йыйыр өсөн йәшәүселәр Башҡортостан Республикаһы һәм муниципалитет бюджетынан проектты финанслау суммаһын 15 процент күләмендә аҡсалата өлөш индерергә тәҡдим итте.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары Борис Саврин менән Олег Яковлев та уртаҡ проблемаларҙан ситтә ҡалмай. Улар был юлы ла проектты финанслауға үҙ өлөшөн индерергә әҙер.
Римма Солтанова.
Читайте нас