Туризм
6 Декабря 2018, 11:55

Бәләбәйҙә һаулыҡ һаҡлау торошо

Йәмәғәтселек үтенесе буйынса муниципаль район хакимиәтендә МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, уның урынбаҫарҙары, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы баш врачы Рөстәм Ишмурзин, уның урынбаҫарҙары һәм бүлек мөдирҙәренең Йәмәғәт палатаһы, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыуы ойошторолдо.

Кәңәшмәне Азат Сәхәбиев асты. Ул йыйылғандарҙы һөйләшеү темаһы менән таныштырҙы һәм һүҙҙе үҙәк район дауаханаһы баш врачына бирҙе.
Рөстәм Ишмурзин:
– Дауалау учреждениеһында йәмғеһе 1716 кеше эшләй. Врачтар менән тәьмин ителеү 57,3 процент тәшкил итә, был 218 врач. Улар араһында пенсия һәм пенсия алдындағылар – 56 кеше.
31 врач 34 терапия участкаһын хеҙмәтләндерә, 19 педиатр 21-се участкала балаларҙы хеҙмәтләндерә, өс врач 4-се ВОП-та эшләй. Ауыл биләмәләрендә 31 фельдер-акушерлыҡ пункты эшләй.Бәләбәй һәм Приют буйынса 11дауахана корпусы иҫәпләнә. Биналарҙың, ҡорамалдарҙың торошо ярайһы яҡшырҙы. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы капиталь ремонтҡа бүлгән 32 миллион һумдың 18 миллионы балалар поликлиникаһын яңыртыуға тотонолдо. Беҙ урология бүлексәһен һаҡлап ҡала алдыҡ, Октябрьскийҙан кардиология, неврология бүлексәләрен ҡайтарҙыҡ. Хирургия һәм гинекология бүлексәләре яңы стандарттар буйынса эшләй.Бәләбәй – республикала врачтарға торлаҡ бүленгән өсөнсө ҡала. Беҙҙең дауалау учреждениеһына врач-белгестәрҙе йәлеп итеү һәм ҡалдырыу өсөн Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте 2009-2017 йылдарҙа 46 врачты фатирҙар һәм дөйөм ятаҡта бүлмәләр менән тәьмин итте. 2016 йылда Бәләбәй ҡалаһында – 8 фатир һәм Приют ҡасабаһында фатир тибындағы 4 бүлмә бүленде; 2017 йылда 6 врач Бәләбәй ҡалаһында фатир алды, 2018 йылда – 4 врач һәм 3 урта медицина хеҙмәткәре. Бөгөнгә 16 йәш белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
Азат Сәхәбиев:
– Муниципаль район Советында тағы ике врачҡа фатир бүлеү ҡарары ҡабул ителде. МР хакимиәте лә врачтарға шәхси йорт төҙөү өсөн участка бүлеү мәсьәләһен ҡарай. Йәштәр уҡыу йорттарын тамамлағас өйҙәренә ҡайтһын өсөн һуңғы йылдарҙа беҙ ҡала һәм район мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы уҡыуға документтар алыу йәһәтенән берҙәм саралар уҙғарабыҙ.
Марина Прохорова әҙерләне
Читайте нас