Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Декабрь 2018, 14:34

Радик Юлъяҡшин миҙал менән бүләкләнде

Өфөлә Элвин Грей (Радик Юлъяҡшиндың сәхнә псевдонимы) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.

Өфөлә Элвин Грей (Радик Юлъяҡшиндың сәхнә псевдонимы) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.
Награданы ойошма рәйесе Данир Ғәйнуллин тапшырҙы.Элвин Грей үҙенең ижадын юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Былтыр Радик «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исемен алды. Ә иртәгә, 8 декабрҙә, «Өфө-Арена»ла уның концерты була.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса емешле һәм күп йыллыҡ әүҙем эш өсөн күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә 2010 йылдан алып тапшырыла. Миҙалдың исеме итеп танылған башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың шиғыр юлдары алынған.
"Башинформ"
Читайте нас