Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына арналған конкурс-фестиваль ойошторолдо. Ул икенсе йыл халыҡ-ара статусында уҙҙы. Быйыл конкурста 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Республика ҡала һәм райондары, Рәсәй төбәктәре һәм бер нисә сит ил уҡыусылары һәм студенттары ил, донъя халыҡтарының 42 телендә сығыш яһаны.
Конкурс Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының тел төрлөлөгөн һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға булышлыҡ итә. Бөтәһе 10 секция эшләне: өсәүһе — эпосты башҡортса һөйләүселәр өсөн, икәүһе — рус, икәүһе — инглиз, берәүһе — Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә, берәүһе — бер нисә телдә аралашҡандар өсөн, һәм тағы ла берәүһе — мигрант ғаиләләрендәге балалар өсөн. Йәш сәсәндәр һәм «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр баһалама ағзаларын үҙҙәренең сағыу ижади сығыштары менән таң ҡалдырҙы.
Конкурс «Урал батыр» эпосы һәм уның дуҫтары өсөн ысын байрамға, халыҡтар араһындағы тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелде. «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара конкурсы еңеүселәренә һәм ҡатнашыусыларына дипломдар һәм сертификаттар, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.