Ҡала һәм район юлдарында иҫкәртеү саралары аҙнаһына өс тапҡыр уҙғарыласаҡ.
БР Дәүләт автоинспекцияһы машина юлдарында тәртип булдырыу һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар уҙғара. Һис шикһеҙ, был водителдәрҙең тәртибенә, транспорт йөрөтөү культураһына йоғонто яһаясаҡ. ЮХХДИ граждандар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен өсөн юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы уҙғарылыусы тикшереүҙәр тураһында алдан иҫкәртә.
Беҙҙең ҡала һәм район территорияһында ла ошондай саралар үткәрелә. Һуңғы рейдтарҙың береһенең һөҙөмтәләре тураһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Дилара Шәйәпова һөйләй:
– ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Бәләбәйҙә 150-нән ашыу транспортты тикшерҙе. Рейд барышында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 19 осрағы асыҡланды: ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыу – 1, эскән килеш машина йөрөтөү – 2, тәҙрәләре ҡараңғылатылған транспорт менән идара итеү – 7. Ябай ҡағиҙә боҙоуҙар булмай, уларға урамдарҙағы һәм юлдарҙағы тәртип туранан-тура бәйле.