Башҡорт гимназия-интернатында байрамдарҙа ла, көндәлектә лә берҙәй ҡәҙерле милли аш – туҡмас бешереү серҙәренә өйрәтеү йәһәтенән оҫталыҡ класы уҙғарылды.
“Магазин кәштәләрендә хәҙер туҡмастың ниндәйе генә юҡ, ниңә уны үҙеңә эшләп мәшәҡәтләнергә?” – тиер ҡайһы берәүҙәр. Ә икенселәр үҙең киҫкән туҡмасҡа етәме һуң тип, маҡтап бөтә алмаҫ. Килешегеҙ, өләсәйҙәр, әсәйҙәр, үҙең бешергән – ул иң тәмлеһе, туҡлыҡлыһы, әгәр дөрөҫ бешерһәң...
6-8-се кластар ҡыҙҙарына тап бына ошо ризыҡты бешереү серҙәрен тәрбиәселәре Лиза Талибуллина төшөндөрҙө. Ап-аҡ алъяпҡыстар, яулыҡтар бәйләп алған йәш хужабикәләр быға тиклем бәлеш, кекстар бешереп ҡарауҙарын белдерҙе. Ә бына туҡмас киҫеп аш бешергәндәре юҡ икән! Миәкә районынан апайлы-һеңлеле Инзилә менән Алһыу Насретдиновалар: “Беҙҙең олатай үҙе бешерә туҡмаслы ашты. Уға 68 йәш. Уның туҡмасы телеңде йоторлоҡ тәмле, һағынып ҡайтабыҙ”, – тип барыһын да хайран ҡалдырҙы.
“Бөгөн беҙ ҙә туҡмас киҫергә өйрәнеп, өйҙәгеләрҙе һыйларбыҙ әле”, – тип дәртләнде ҡыҙҙар һәм эшкә кереште. Оҫта ҡуллы остаздары иң тәүҙә уларҙы ҡамыр баҫырға өйрәтте.
Оҫталыҡ класына гимназия директоры Дилбәр Фәтхетдинованы ҡунаҡҡа саҡырғайнылар. Ул да үҙенең туҡмас һәм башҡа аш-һыу бешереү серҙәре менән теләп уртаҡлашты. Ул, баҡһаң, туҡмас ҡамырына һыу ҡушмай, уны йомортҡаның һарыһына ғына баҫа һәм бер семтем генә зәғферән (шафран) ҡушып ебәрә икән. “Был тәмләткес туҡмастың тәменә йоғонто яһамай, уның төҫө матур була. Ә һурпа тәмле булһын өсөн ит менән бергә башлы һуған, кәбеҫтә кәсәне һалам”, – тип аңлатты Дилбәр Ғайса ҡыҙы. Ҡыҙҙар эш араһында ҡунаҡҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да биреп өлгөрҙө. Һөнәр һайлауға кем булышлыҡ итте, һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә, бала саҡ хыялығыҙ ниндәй ине һәм ул бойомға аштымы, яратҡан ризығығыҙ һ.б. Уларҙың ҡыҙыҡлы һорауҙарына ҡыҙыҡлы яуаптар яңғыраны. Ҡыҙҙар тыуған гимназиялары етәксеһен үҙҙәре өсөн яңынан асты – ул талапсан директор ғына түгел, бешеренергә маһир, аш-һыуҙарҙы зауыҡ менән матурлап табынға ҡуя белеүсе хужабикә, ихлас әңгәмәләшеүсе лә икән.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, ти халыҡ. Тырыша торғас, ҡамыр баҫылды, Лиза Дамир ҡыҙы уны йоҡа ғына итеп йәйергә өйрәтте. Ә бына туҡмас киҫеү һис тә еңел эш булмауына ҡыҙҙар үҙҙәре төшөндө. Хужабикәләрҙең уңғанлығын күрһәтеүсе билдәләрҙең береһе бит ул нәҙек итеп киҫелгән туҡмас! Өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн, һәр кем тырышты, булдырҙы. Шуға оҫталыҡ класынан һуң үҙҙәре бешергән туҡмаслы аш икеләтә тәмле тойолдо уларға. Остаздарына ҡыҙыҡлы сара өсөн рәхмәт белдереп кенә ҡалманылар, шунда уҡ яңы тәҡдим индерҙеләр: “Тағы бер милли ризыҡ – ҡыҫтыбый бешерергә өйрәнәйек әле”. Уҙғарылған оҫталыҡ дәресенә ошонан да юғарыраҡ билдә ҡуйып буламы?! Яҡшы башланғыс, халҡыбыҙҙың әүәл-әүәлдән тапшырыла килгән милли аш-һыу рецептары кеүек, оҙон ғүмерле булһын!