Аппарат янында БР Бәләбәй район-ара прокуратураһы прокуроры урынбаҫары Рөстәм Фазуллин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү бүлеге өлкән оперуполномоченныйы Виктор Кирсанов, Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы Галина Калмычкова булдылар. Бер сәғәт буйы ҡала һәм районда йәшәүсе һәр кем иғлан ителгән тема буйынса һорау бирә, билдәле коррупция факттары тураһында хәбәр итә алды, ләкин һорауҙар булманы. Белгестәр граждандарҙы коррупцияға ҡаршы көрәштә актив ҡатнашырға саҡыра. Коррупцияға ҡағылышлы ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында мәғлүмәт булған осраҡта Бәләбәй район-ара прокуратураһына йәки Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенә шылтыратырға мөмкин, шулай уҡ муниципаль район хакимиәтендә ҡыҙыу линия эшләй: 8 (34786) 4-20-97.