Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Декабрь 2018, 16:42

Иң матур яңы йыл ҡаласығы бүләкләнәсәк

Башҡортостанда иң матур яңы йыл ҡаласығын билдәләйҙәр. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү конкурсын Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойоштора.

Конкурс ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре араһында үткәрелә. Комиссия яңы йыл ҡаласығы биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияны файҙаланыуҙы, шыршыны, скульптура композицияларын, боҙҙан йәки ҡарҙан яһалған һындарҙы, әкиәт персонаждарын, боҙ тауҙарын баһалай.
Конкурсҡа йомғаҡ 19 ғинуарҙа яһала. Бүләк — 500 мең һум.
Башинформ
Читайте нас