Бына бер нисә көн ҡала быуаһы янында бысҡы тауыштары ишетелә. Был Бәләбәйҙә Яңы йылды ҡаршылауға әҙерлек башланыуының дөрөҫ билдәһе...
Пионер майҙанында яңы йыл ҡаласығын эшләүгә аукционды Сабирджан Үзбәковтың шәхси предприятиеһы отто. Предприятие хеҙмәткәрҙәре иртәнән кискә тиклем таусыҡтар, лабиринттар, әкиәти һындар яһар өсөн үтә күренмәле материал әҙерләй.
Вячеслав Буранғолов менән Сергей Саковтың боҙҙо нисек оҫта киҫеүҙәрен ҡарап тороу үҙе бер рәхәт. Бригада ағзалары ҡалынлығы 20 сантиметрлы һәм ауырлығы 50 килограмға еткән боҙ киҫәктәрен ярға алып сыға ла бысраҡтан, сүптән таҙарта. Винир Ғиниәтуллин боҙ-материалдарҙы тейәп, буласаҡ әкиәти ҡаласыҡ урынына алып ҡайта.
– Яңы йыл ҡаласығын төҙөү өсөн беҙгә 3300 боҙ киҫәге талап ителә. Сменаға 350-не әҙерләйбеҙ, – тип һөйләне Сабирджан Рифҡәт улы. – Әкиәт геройҙары һындарын эшләргә Өфөнән рәссамдар саҡырылды. Декабрь уртаһына ҡаланың төп байрам майҙанын биҙәү буйынса барлыҡ эштәрҙе тамамларға ниәтләйбеҙ.
Яңы йыл ҡаласығы оҙаҡ торор һәм шундай еңел булмаған хеҙмәт менән тыуҙырылған матурлыҡты боҙорға бер кем дә баҙнат итмәҫ, тип ышанырға ҡала.