Башҡорт гимназия-интернаты китапханаһы – уҡыу йортоноң иң йәнле һәм йәмле урындарының береһе
Тәнәфескә ҡыңғырау шылтырау менән уҡыусылар бында ашыға. “Миңә рус әҙәбиәтенән шундай-шундай китап кәрәк ине”, – ти бер малай, икенсеһенә уҡыу программаһы буйынса әҫәрҙәр йыйынтығы талап ителә. Айырыуса башланғыс кластар уҡыусылары әүҙем. Уларҙы барыһы ла ҡыҙыҡһындыра: әкиәттәр ҙә, хәрефтәр донъяһы ла, шиғри әлифба ла һ.б. Әлбиттә, китапханасы апайҙары Айгөл Хәйретдинова һәр кемде иғтибар менән тыңлай, кәңәштәрен бирә, бер кемде лә буш ҡул менән сығарып ебәрмәй. Уҡыусыларға ярҙамға тейешле мәғлүмәт стенды ла эшләнгән. Уҡытыусылар ҙа йыш “ҡунаҡта” була бында: ваҡытлы матбуғат менән таныша, фекер алыша.
Беренсе йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, китапханасы эшен белеп башҡара. “Китапхана фондында 700-гә яҡын китап иҫәпләнә. Гимназияға килгән ҡунаҡтар бүләк итеп ҡалдырғандары ла күп. Балалар хәҙер уҡымай, интернетта ултыра тип әйтеүҙәре менән килешмәйем, улар беҙҙә уҡый. Дәрестә кәрәк булған өсөн генә түгел, үҙҙәре ҡыҙыҡһынып киләләр”, – ти Айгөл Рифҡәт ҡыҙы шатланып.
Гәзит-журналдарға яҙылыу эшен дә ул алып бара. Бер педагог та ваҡытлы матбуғатҡа яҙылмай ҡалмай бында.
“Гөлдәр төҫө менән – кеше эше менән матур” тип, халыҡ белеп әйтә.