Туризм
11 Декабря 2018, 08:21

Сүп-сар өсөн хаҡты кәметергә

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты. 2019 йылдың 1 ғинуарынан төбәктә сүп-сар түккән өсөн раҫланған яҡынса түләү хаҡын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республикала йәшәүселәр күтәрә алмаҫлыҡ, тип атаны.

Тәүҙә Башҡортостанда йәшәүселәр 2019 йылдың 1 ғинуарынан түләргә тейешле сикке хаҡ аталды. Күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә ул айына 140,92 һум, шәхси йортта иһә 200,54 һум тәшкил итте. Халыҡ хаҡты ныҡ юғары тип ҡабул иткәндән һуң ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса тарифтар яңынан ҡаралды, фаразланған хаҡ кәметелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев һүҙҙәренсә, хәҙер күп фатирлы йортта йәшәүселәр айына бер кешегә 130 һум, ә шәхси йортта иһә 185 һум түләргә тейеш.
«Хаҡты төшөрөгөҙ, халыҡ быны түләй алмай, — тине Радий Хәбиров. — Улар мөмкин түгел һәм ҡабул ителмәй. Тарифтар юғары булмаҫҡа тейеш. Бөгөн үк төбәк операторҙарын саҡырығыҙ. Кәрәк булһа, миңә ебәрегеҙ».
Республика етәксеһе ауылдарҙан сүп-сарҙы ситкә сығарыу системаһын ентекле уйларға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға сүп-сар сығарған өсөн компенсациялар ҡарарға ҡушты.
"Башинформ"
Читайте нас