Бәләбәйҙәр редакцияның яңы балалар баҡсаһына исем уйлап табыу саҡырыуына дәррәү ҡушылды һәм тәҡдимдәрен ебәрә башланы, ябай һәм ҡыҙыҡлыларҙан алып тарихи нигеҙләнгән исемдәргә тиклем бар.
Төҙөлөүсе баҡсаға исемде беренселәрҙән булып хәбәрселәр үҙҙәре тәҡдим итте. Балалар баҡсаһы Горохов урамында булғас – “Горошинки” исемен алһын!
Елена Шенгелия тарихи нигеҙле исем тәҡдим итә. “Белебеюшка” – иң яҡшыһы, – тип иҫәпләй ул. – “Белебейка” – беҙҙең бала саҡ символы. Йә булмаһа ҡаланың мифик исеме килеп сығыуына ишара – “Бе-бе-бе”.
Татьяна Манушинаның варианты – “Катюша”. “Катюшаны бөтә донъяла беләләр һәм рустар ғына түгел, башҡа телдәрҙә лә йырлайҙар. Күгәрсен тотҡан матур ҡыҙыҡай – ул тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ символы, – тип һанай гәзит уҡыусы. – Бөйөк Екатеринаның указы буйынса Бәләбәй Өфө губернаһының өйәҙ ҡалаһы итеп үҙгәртелә”.
Тарихҡа бәйле тағы бер исем – “Матрешка”.
“Матрешка – рус сувениры. Рәсәй символы. Беренсе матрешкалар балалар уйнаһын өсөн эшләнә, ул форма, төҫ, күләм һәм дәүмәл төшөнсәләрен аңларға ярҙам иткән”, – тип яҙа редакцияға Анастасия Галактионова.
Балалар баҡсаһының ҡала быуаһына йә бассейнға яҡынлығын күҙ уңында тотоп, “һыулы” исем ҡушыусылар ҙа бар. Елена Ф.: “Золотая рыбка”, “Осьминожек”, “Морской конек”, “Судачок”.
Бәләбәйҙәр әкиәттәрҙе һәм йәнһүрәттәрҙе лә иҫкә алған. Яңы баҡсаға исем -“кандидаттар”: “Незнайка”, “Добрыня”, “Семицветик”, “Мамонтенок”, “Щелкунчик”, “Веселый дельфиненок”, “Белоснежка”, “Золушка”, “Лукоморье”, “Золотой ключик”, “Жар-птица”, “Колобок”, “Поле чудес”, “Лимпопо”, “Доктор Айболит”, “Алые паруса”, “Домовенок”, “Журавлик”, “Аистенок”, “Чудо-остров”, “Тридесятое царство”, “Гуси-лебеди”, “Любава”, “Лунтик”.
Фәүзиә Мәхмүдова балалар баҡсаһын – “Ҡарлуғас”, Лидия Горденко – “Радость”, Наталия Ғәлиева – “Ҡурай”, Евгения Хрестина “Бусинка”, “Непоседы”, “Вишенка”, “Незабудка”, “Яблонька” тип атарға тәҡдим итә. “Сәскәле” исемдәр ҙә бар – “Ромашка”, “Подсолнушек” һәм “Одуванчик”.
Виктор Торгашовтың варианттары – “Родничок”, “Орленок”, “Соколенок”, “Карапуз”, “Юнга”, “Планета детства”.
Гөлнара Акимованың исемдәре бына шундай: “Моя семья”, “Лучики солнца”, “Муравейник”, “Полянка”, “Калейдоскоп”, “Замок детства”, “Родничок”.
“Күбәләк”, “Росинка”, “Соловушка”, “Ләйсән”, “Гүзәл”, “Батыр”, “Уралочка”, “Капелька”, “Шатлыҡ”, “Азалия”, “Күбәләк”, “Улыбка”, “Ладушки”, “Карусель”, “Сулпылар”, “Аманат”, “Алтынай”, – тип яҙа Гүзәл Сухорукова.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Һеҙҙе үрҙә һанап үтелгән исемдәрҙең береһен һайлап, 25 декабргә тиклем “Конкурсҡа” тигән билдә менән “БХ”-ның электрон адресына (7belizv@gmail.com) ебәреүегеҙҙе йә 3-07-60, 3-42-67, 3-22-66 телефондарына шылтыратып әйтеүегеҙҙе һорайбыҙ. 2019 йылдың ғинуар аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ.