Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Декабрь 2018, 13:22

Конкурсҡа ла, ярыштарға ла барырға була

Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында һәм Приют ҡасабаһының 16- сы мәктәбендә ҙур шатлыҡ. Күптән түгел был уҡыу йорттарына өр-яңы автобустар бүленде.

Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында һәм Приют ҡасабаһының 16- сы мәктәбендә ҙур шатлыҡ. Күптән түгел был уҡыу йорттарына өр-яңы автобустар бүленде.
– Ҡасаба мәктәбе уҡыусылары предмет олимпиадаларында ла, спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша. Мәғариф идаралығы балаларҙы алып барыу өсөн йыш ҡына транспортты Бәләбәйҙән ебәрә. 5-се мәктәпкә беркетелгән автобусға район сараларына теләгәндәрҙең барыһын да алып бара алмай ине, – тип һөйләй Бәләбәй районының мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Лилиә Дутова. – Оҙаҡламай буласаҡ сығарылыш уҡыусылары өсөн “Үҫеш мәктәбе” башланасаҡ, тимәк, ҡалаға даими килергә тура киләсәк. Яңы автобус балаларҙы йөрөтөү проблемаһын хәл итте.
Әлегә автобус мәктәп ихатаһында тора һәм бәләкәй пассажирҙарын көтә.
– Автобусты теркәйһе, номер алаһы һәм, иң мөһиме, яуаплы, тәжрибәле водитель табаһы бар, – ти мәктәп директоры Розалия Ғабдуллина.
Яңы автобус беренсе рейсҡа 2019 йылдың ғинуарында сығасаҡ.
***
Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатының транспорты бар, әммә тиҙҙән уның файҙаланыу срогы сыға, шуға дүрт тәгәрмәсле “ветеранға” алмаш бик ваҡытлы килгән.
Гөлнара Мурзина
Читайте нас