БР-ҙа “Генераль йыйыштырыу” проекты координаторы, Бәләбәй ҡала биләмәһе Советы депутаты Морад Шафиҡов һәм “БХ” хәбәрсеһе Алексеевка ауылы халҡы менән сүп-сар нормативтары буйынса һөйләшеү өсөн осрашты.
Күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар бер фекерҙә: “ауылда йәшәүселәр – һаҡсыл кешеләр: үҫемлек ҡалдыҡтарын малға ашата, янғанын мейескә яға, йә ашлама итеү өсөн йыйып бара”. Бәләбәй ҡалаһының шәхси секторында йәшәүселәр ҙә шуны раҫлай. Төбәк властары күпселек халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һалыр, тип ышанырға ҡала...
– БР Хөкүмәтенең 2017 йылдың 12 октябрендәге “Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылыу нормативтарын раҫлау тураһында” 466-сы ҡарарына ярашлы, шәхси йорттар өсөн сүп йыйылыу нормаһы йылына – 3, 7 кубометр. Был күрше региондарға ҡарағанда ярайһы юғары, – тип билдәләне Морад Шафиҡов. – Ни өсөн шәхси йортта был норма, күп фатирлы йорттағыға ҡарағанда күпкә юғары, бөтөнләй аңлашылмай. Норманы билдәләүселәр баҡсалағы ҡалдыҡтарға бәйле сүп артыуына һылтана. Әммә йәшелсә ҡалдыҡтары, төҙөлөш сүп-сары, ошондай башҡа сүп ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сифатында иҫәпләнә алмай. Тимәк, улар йыйылыу нормативына инмәй. Ҡалала был күрһәткес юғарыраҡ, тимәк, “сүп кәрзине лә” ярайһы күберәк. Нормаларҙы билдәләгәндә, шәхси сектор өсөн күрһәткестәр Өфө, Салауат эргәһендәге ауылдарҙан алынған, унда ҡулланыу кимәле, төпкөлдәгегә ҡарағанда, күберәк. Нормативтарҙы билдәләүселәр элиталы коттедждар хужаларына ла, алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәргә лә бер һан ҡуйған”.