Пионер майҙанында Бәләбәй ҡалаһының төп яңы йыл шыршыһы килде. Матур, ҡупшы, бейеклеге 20 метр тирәһе!
Буласаҡ яңы йыл ҡаласығы урынына был гүзәл ҡунаҡты урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре килтерҙе. “Бәләбәй коммуналсыһы” предприятиеһы, “Бәләбәй ҡала электр селтәре” йәмғиәте, Сергей Солдатовтың индивидуаль предприятиеһы уны ҡуйырға ярҙам итте.
Шыршыны ҡала электр селтәре хеҙмәткәрҙәре төрлө-төрлө гирляндалар менән биҙәне. Яңы йылдың төп символын биҙәүҙә идарасы компаниялар ҙа ҡатнашты.
Балалар тау шыуа ла инде, күптәр әкиәт геройҙары һындары янында дуҫтары, ата-әсәләре менән фотоға төшөү өсөн байрам ҡаласығының төҙөлөп бөткәнен көтә. Көндөҙ һәм төнөн Рәсәй Эске эштәр министрлығы Бәләбәй районы буйынса бүлегенең патруль-пост хеҙмәте нарядтары Пионер майҙанында тәртипте күҙәтәсәк.
Ҡала учреждениелары һәм предприятиелары, магазиндар витриналары, ихаталар территорияларының биҙәлеше лә яңы йыл кәйефен тыуҙыра.