Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Декабрь 2018, 17:21

Бөгөн – Башҡорт теле көнө

Республикала Башҡорт теле көнө – 14 декабрь – 2015 йылдан алып уҙғарыла. Байрам шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналып, республикала киң билдәләнә. Аксаков ауылының О. Г. Аксакова исемендәге 41-се мәктәбендә Башҡорт теле көнө уңайынан тантаналы линейка уҙҙы.

Республикала Башҡорт теле көнө – 14 декабрь – 2015 йылдан алып уҙғарыла. Байрам шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналып, республикала киң билдәләнә.
Аксаков ауылының О. Г. Аксакова исемендәге 41-се мәктәбендә Башҡорт теле көнө уңайынан тантаналы линейка уҙҙы. Уҡыусылар шағир-мәғрифәтсенең тормош һәм ижад юлы менән танышты, видеофрагменттар ҡараны. 10-сы Б класы уҡыусылары күренекле шағирҙарҙың туған телгә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динә Муллабаева Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын яттан уҡып, башҡорт теленең һандуғастай моңло тел булыуына тағы бер тапҡыр инандырҙы, ғорурландырҙы һәм уны хөрмәт итергә, һаҡларға, яҡларға саҡырҙы. Сара 4-се класс ҡыҙҙары башҡарыуында матур йыр менән тамамланды. Шулай уҡ 6–7-се кластарҙа “М. Аҡмулла нәсихәттәре” темаһы буйынса асыҡ дәрестәр үткәрелде. Дәрестәр ҡыҙыҡлы үтте: малайҙар һәм ҡыҙҙар мәғрифәтсе-шағирҙың ижадына ситтән тороп экскурсия яһаны.
Ойошторолған күркәм саралар уҡыусылар өсөн тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булды. Улар башҡорт халҡының яҡты киләсәге өсөн янып-көйгән мәғрифәтсе философ Мифтахетдин Аҡмулла тураһында белгәндәрен байытты, телебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге аманат булыуын, уны һаҡларға кәрәклеген тағы ла тәрәнерәк аңланы.
Светлана Ҡусҡарова, 41-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Лола Сәйедова фотолары
Читайте нас