Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Декабрь 2018, 17:36

Башҡорт академия драма театры Рәсәйҙә Театр йылын асты

Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы сәхнәләштерелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры спектакле Рәсәйҙә Театр йылын асты.

Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы сәхнәләштерелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры спектакле Рәсәйҙә Театр йылын асты.
Спектаклдең авторы яҡут режиссеры — Рәсәйҙең халыҡ артисы, СССР, Рәсәй һәм Саха (Яҡутстан) дәүләт премиялары лауреаты Андрей Борисов. Спектаклдә бөтә труппа тиерлек ҡатнаша. Төп Урал батыр ролен Башҡорт театрының иң сағыу актерҙарының береһе, М.С.Щепкин исемендәге Юғары Театр училищеһын тамамлаған Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Ринат Баймырҙин башҡара. Урал менән Шүлгәндең малай сағын йәш артистар Илназар Әхмәтйәнов менән Ислам Суфиянов күрһәтә. Йәш Йәнбирҙе менән Йәнбикә — Айҙар Шәмсетдинов, Рәзифә Динмөхәмәтова, өлкәнәйгәс — Башҡортостандың халыҡ артисы Минзәлә Хәйруллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин. Эпосты һөйләүсе Сәсән — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙула Байегет.
Башҡорт халҡының «Урал Батыр» эпосы — рухи мәҙәниәт ҡомартҡыһы, башҡорттарҙың фольклор һәм әҙәби мираҫында шиғыр формаһындағы иң ҙур эпик әҫәре. Ул донъя халыҡтары эпик мираҫы ҡомартҡылары араһында лайыҡлы урын биләй.
Башинформ
Читайте нас