Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Декабрь 2018, 15:46

Бына исмаһам фермерҙар!

Крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә быйыл алынған республика грантын Әзәкәй ауылында йәшәүсе Ғәлиуллиндар ғаиләһе заманса һөт ҡоролмалары урынлаштырыуға йүнәлтәсәк.

Крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә быйыл алынған республика грантын Әзәкәй ауылында йәшәүсе Ғәлиуллиндар ғаиләһе заманса һөт ҡоролмалары урынлаштырыуға йүнәлтәсәк.
Фермер хужалығы һөт комбинатына бары тик юғары сифатлы сеймал тапшыра. Рема Ризуан ҡыҙы менән Айрис Бәхтегәрәй улы малдарҙы яңы корпусҡа күсереү менән эш тағы ла һәйбәтерәк барыр, тип ышана.
Рема һөнәре буйынса – тегеүсе, ә ире хаҡлы ялға сыҡҡансы Дәүләт автоинспекцияһында эшләгән.
– Беҙ эшебеҙҙе 2006 йылда биш эре малдан башланыҡ, хәҙер уларҙың һаны өс йөҙгә етте, йөҙҙән артыҡ һарыҡ бар. Өй ҡаршыһынан ғына Өҫән йылғаһы аға, шуға күрә ҡаҙҙар тотмау гонаһ булыр. Тауыҡтарҙы үҙем үрсетәм: йомортҡа һала торғандарын да, ит тоҡомлоһон да, – тип һөйләне хужабикә. БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған улдары Филүстең ғаиләһе лә ата-әсәләре менән бергә йәшәй. Ата-әсәһе шаяртып, улыбыҙ юрист та, тракторист та, ти. Ул атаһы менән бергә ер һөрә, иген һәм күп йыллыҡ мал аҙығы культураларын йыя. Фермерҙар Анновка ауыл советы ауыл биләмәһе территорияһында 500 гектарҙан ашыу ерҙе ҡуртымға алған, сөнки тыуған Туҙлыҡуш ауыл советында буш сәсеү майҙандары аҙ.
Фермерҙарҙың әле тормошҡа ашмаған пландары ла бар. Ихата артында ғына ҡалҡыулыҡтан шишмә ағып сыға. Ғаилә башлығы бер нисә йыл элек ер аҫты сығанағы һыуын Өфөнөң бер лабораторияһына илткән. Анализдар Әзәкәй һыуының составы буйынса уникаль икәнен күрһәткән, унда кеше организмына кәрәкле бөтә микроэлементтар бар икән. Оҙон бюрократия коридорҙарын уҙырға кәрәклеген белгәс, һыуҙы шешәләргә тултырып һатыу теләге һүрелгән.
Әммә Ғәлиуллиндар, ваҡыты еткәс, был идеяның да тормошҡа ашасағына ышана, сөнки һуңғы йылдарҙа республикала аграрийҙарға элеккегә ҡарағанда иғтибар күберәк бүленә.
Римма Солтанова
Читайте нас