Гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ-гәзиткә яҙылыусылар приз кемгә эләгер икән тип көттө. Матбуғат буйынса агентлыҡ етәкселеге ҡарары менән республиканың йөҙ йыллығына 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына баҫмаларға яҙылыусылар араһында йөҙ велосипед уйнатылды. Бер ай буйы ике тәгәрмәсле матур велосипед үҙ сәғәтен көттө.
Любовь Александровна Бәләбәйҙә тыуған һәм ғүмере буйы бында йәшәй, “Автонормаль” заводында эшләгән, ә хәҙер хаҡлы ялда. Әммә уға оҙаҡлап ял итергә тура килмәй. Иртән үк хужалыҡта ярҙам итер өсөн туҡһан ике йәшлек әсәһек янына бара, ул төпсөк ҡыҙы менән йәшәй. Йәйен ике йәшелсә баҡсаһында эшләргә өлгөрә, яҡындағыһына велосипедта йөрөй.
Ә ейәндәре ҡунаҡҡа ҡайтҡас, Любовь Александровна уларҙы үҙе бешергән тәмлекәстәр менән һыйлай, ҡышҡы оҙон кистәрҙә бәйләгән бейәләй, ойоҡбаштарын бүләк итә.
– Мин гәзиткә һәр ваҡыт яҙылып килдем, ә пенсияға сыҡҡас, нисектер туҡтап ҡалдым, – ти уңышҡа юлыҡҡан яҙылыусы. – Быйыл балаларым подписка бүләк итте, һәм бына суперприз оттом! Яңы велосипедта үҙем йөрөйәсәкмен, ейәндәр бәләкәй әле. Сәләмәтлек һуҡмағы ла беҙгә яҡын.
Любовь Александровна бәләбәйҙәрҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы:
– Яҡташтарҙың барыһына ла яңы йылда уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын. Йәштәргә айырыуса өйҙә ултырмауҙарын, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙәрен теләйем.