Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Декабрь 2018, 19:08

Театр йылын “башҡортса” астыҡ

“Миләшкәй” балалар баҡсаһында “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең башҡорт ижтимағи үҙәге ике көн ҡунаҡта булған.

Был хаҡта беҙгә үҙәк белгесе Анжела Әүбәкирова хәбәр итте.
– Тәрбиәселәр Гүзәл Сухорукова, Надежда Петрова, Светлана Федорова һәм уҡытыусы-логопед Луиза Миңлеғәлиева менән бергә бик матур саралар үткәрҙек. Ярҙамдары өсөн рәхмәт уларға!
Беренсе көндө Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына бағышланыҡ. Урта һәм 10-сы төркөмдәр балалары “Кем иң көслөһө?” тигән башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры тамашаһын кинәнеп ҡараны. Көй-моңһоҙ ниндәй театр булһын? Халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдары тураһында һөйләнек. Ә беҙҙең яҡтарҙа һирәк осраған думбырала уйнап, ҡобайыр йырлап күрһәткәс, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Һәр ҡайһыһының был музыка ҡоралын тотоп, уйнап ҡарағыһы килде. Шуға шунда уҡ оҫталыҡ класы ойошторорға уйланыҡ. Бәләкәстәр мөккиббән ғашиҡ булды думбыраға тиһәм, һис хата булмаҫ. Уларға шул тиклем оҡшаны.
Клуб формированиелары етәксеһе Миңзифа Вилданова менән уларҙы бейергә лә өйрәттек. Тәүҙә башҡорт бейеүҙәрендә ниндәй хәрәкәттәр бар, шуларҙы аңлаттыҡ, өйрәндек һәм көйгә бейеү һалдыҡ. Һуңынан бергәләп бейенек, бик матур бейеү килеп сыҡты. Өҫтәүенә, “Ләйсән” башҡорт йыры төркөмө һәүәҫкәр артистарының сулпы-тәңкәле һаҡалдарын да кейгәс, балаларын үҙҙәрен ысын артистар итеп тойҙо.
Икенсе көндө, Башҡорт теле көнө айҡанлы, мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡа сәсәндәрҙең ижады һәм тормош юлы менән таныштырғандар. Башҡорт халҡының һауыт-һабалары, ҡурсаҡтар, ҡурай, милли кейем һ.б. әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторғандар. Милли кейемдәрҙәге, һауыттарҙағы биҙәктәр балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Уларҙы иҫтәрендә ҡалдырып, һүрәттәр ҙә төшөргәндәр. Балалар бер урында ғына ултырып сыҙаймы һуң? Юҡ, әлбиттә. Шуға ҡурай менән әүҙем дә, танып-белеүле лә уйын бик күңелле үткән.
Ә алда балаларҙы үҙенсәлекле тағы бер сара – “Башҡортостан буйлап сәйәхәт” – көткән икән. Ябай түгел, ә медитация булған ул сәйәхәт. Инде дуҫтарына әүерелгән Анжела апайҙары менән бергә малайҙар һәм ҡыҙҙар һалмаҡ ҡына уйнаған көйгә күҙҙәрен йомоп, республикабыҙҙың бейек-бейек тау баштарына күтәрелгән, саф һыулы йылғаларын кискән, яландарын гиҙгән, кейектәрҙе осратҡан... Һәм тыуған республикаларына ҡарата һөйөүҙәре артып “уянғандар”. “Беҙ Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ!” – тип белдергән бәләкәстәр.
Алһыу Шәрипова
Читайте нас