Туризм
29 Декабря 2018, 07:10

Яңы 2019 йыл менән!

Хөрмәтле Бәләбәй районы халҡы! Яңы 2019 йыл менән ҡотлайым!Был мөғжизәүи байрам һәр саҡ изгелек, күңел йылыһы, ғаилә йәме халәте һәм иң матур теләктәрҙең һис шикһеҙ тормошҡа ашасағына ышаныс менән һуғарылған.

Хөрмәтле Бәләбәй районы халҡы! Яңы 2019 йыл менән ҡотлайым!
Был мөғжизәүи байрам һәр саҡ изгелек, күңел йылыһы, ғаилә йәме халәте һәм иң матур теләктәрҙең һис шикһеҙ тормошҡа ашасағына ышаныс менән һуғарылған.
Уҙып барыусы йыл беҙҙең өсөн, бөтә ил өсөн кеүек, ябай булманы, әммә беҙ уны лайыҡлы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Ул муниципалитет өсөн мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булды. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы сиктәрендә эшләп, беҙ ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, төҙөкләндереү, халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнеүҙе дауам итәбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, был эштәрҙә беҙҙең намыҫлы һәр граждандың өлөшө бар.
Тыуған яҡ именлеге тураһында хәстәрлек күреүселәрҙең, көндәлек хеҙмәте менән уртаҡ уңышҡа үҙ өлөшөн индереүселәрҙең барыһына ла сикһеҙ рәхмәт белдерәм.
Яңы йыл сағыу мәлдәргә һәм яҡшы уңыштарға бай булаырға вәғәҙә итә. Ул емешле хеҙмәт һәм яңы ҡаҙаныштар ваҡыты булһын! Хөрмәтле бәләбәйҙәр! Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, ижади эш шатлығы, бөтә ғаиләләргә татыулыҡ һәм муллыҡ теләйем! Байрам өйҙәрегеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм мөхәббәт менән инһен, барлыҡ хыялдарығыҙҙы, көткәндәрегеҙҙе аҡлаһын!
Азат Сәхәбиев,
БР Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы
Читайте нас