31 декабрҙә Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһын ҡараусыларҙы “ваҡыт машинаһы”нда сәйәхәт көтә. Яңы йыл кисәһе геройҙары куранттар һуғыуын көткәндә үткәнгә барып эләгәсәк. Сәхнәлә – билдәле артистар, һыйлы өҫтәлдәр тирәләй – хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, врачтар, нефтселәр. Ҡунаҡтар араһында – беҙҙең ҡаланан Крыловтар ғаиләһе – “Өлгө ал!” республика конкурсы финалсылары. Яңы йылға тиклем ике сәғәт ҡала “Голубой огонек”ты ҡарағыҙ!