Яңы йыл байрамдары алдынан Бәләбәй районы Үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлексәһе автопаркы тағы бер машина менән тулыланды.
А класлы “Луидор-2250” ашығыс ярҙам каретаһы бик шәп йыһазландырылған: эсендә врачтар (фельдшерҙар) бригадаһы һәм транспортировка көсө менән дауалау саралары уҙғарыу өсөн тейешле бөтөн аппаратура бар. Ашығыс ярҙам бүлексәһендә әйтеүҙәренсә, дауахана автопаркында ул – ошондай юғары класлы беренсе машина.
Теркәү һәм техник тикшереү үткәндән һуң, яңы машина линияға сығасаҡ.
Республиканың медицина ойошмалары бер көндө 35 ашығыс медицина ярҙамы машинаһына эйә булды, улар республика бюжеты иҫәбенә һатып алынған.
БР Һаулыҡ һағы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төбәк хөкүмәте дауаханалар һәм поликлиникалар автопаркы өсөн 172 берәмек техника һатып алыуға аҡса бүлгән.
Зөлфиә Ғарифуллина. Елена Торгашова фотоһы