Муниципаль райондың ике биләмәһе тағылмалы янғын цистернаһы алды
Элек янғын сыға ҡалһа, янғын һүндереүселәрҙе көтөргә тура килә ине. Ул арала янғын көсәйә генә. Хәҙер ирекле янғын һүндереү дружиналары, һөнәри ҡотҡарыусыларҙы көтөп тормай, үҙҙәре ут ҡабыуҙарҙы, урман янғындарын һүндерә һәм кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡала ала.
Яңы техниканы Малиновка һәм Рассвет ауыл биләмәләре башлыҡтары Ильяс Мөхәмәҙиев менән Татьяна Ғәлиева Ҡотҡарыусылар көнөндә алды. 43-сө янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Рафаэль Вәлиев Рассвет ауыл биләмәһе ауыл советы базаһында ирекле янғын командаһы ағзаларына инструктаж үткәрҙе, янғын һүндереү өсөн тейешле бөтә саралар менән йыһазландырылған техника менән нисек файҙаланырға кәрәклеген күрһәтте.
Сарала МР хакимиәтенең граждандарҙы һаҡлау секторы мөдире Владимир Федоров, шулай уҡ цистерналар алған биләмәләр башлыҡтары ҡатнашты.
Янғын һүндереү хеҙмәтен камиллаштырыу эше артабан да дауам иттереләсәк. Тағы бер нисә биләмә тағылмалы янғын цистернаһын көтә.
Зөлфиә Ғарифуллина. Автор фотоһы