Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Ғинуар 2019, 17:32

Ҡулланыусыларға уңайлы буласаҡ

Энергетиктар көнө алдынан Бәләбәй ҡалаһында республиканың Энергетика һатыу компанияһы клиенттарын хеҙмәтләндереү буйынса яңы офис асылды.

Офисты асыу тантанаһында Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, “ЭСКБ” йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Травкин, “Бәләбәй электр селтәре” йәмғиәте директоры Илсур Туҡтамышев, “Бәләбәй ҡала электр селтәре” йәмғиәте директоры Алексей Травницкий, башҡа рәсми кешеләр һәм ҡала кешеләре ҡатнашты. Ҡала тормошонда мөһим ваҡиға менән ҡалала йәшәүселәрҙе Азат Альверт улы менән Андрей Анатольевич ҡотланы, улар яңы офис эшләй башлауы бәләбәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк, тип билдәләне.
Бинаны асыу тантанаһынан һуң йыйылғандар яңы, заманса материалдарҙан төҙөлгән ике ҡатлы бинаға үтте һәм офис сервисы менән танышты. Ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн операция залында дүрт тәҙрә эшләй, хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындары тейешле техника менән йыһазландырылған, электрон сират өсөн инфомат ҡуйылған, балалары менән килгән клиенттарға балалар мөйөшө эшләнгән. Икенсе ҡатта корпоратив клиенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн кабинет урынлашҡан.
Офиста иҫәп приборҙары күрһәткестәрен тикшертергә, расчет документтары алырға, килешеүҙәр төҙөргә мөмкин. Ошонда уҡ иҫәп приборын алыштыртыуға, электромонтаж эштәрен башҡарыуға йә энергия һаҡлау буйынса тулы хеҙмәттәр комплексы алыуға заказ бирергә була. Клиенттар офисында шулай уҡ заманса электр счетчиктары, автоматик һүндергестәр, щиттар һәм башҡа кәрәкле тауарҙар һатып алыу мөмкинлеге бар. Инвалидтарға уңайлы булһын өсөн бинаға ингән урында пандус ҡуйылған.
Тантанала ҡатнашҡан ҡала кешеләре шунда уҡ хеҙмәтләндереү сифатын баһалай алды.
Бәләбәй клиенттар офисында, адресы: Пионер урамы, 50 а, йәмғеһе 1286 юридик һәм 31782 физик зат, 99 тораҡ пункт хеҙмәтләндерелә.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас