Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Ғинуар 2019, 16:10

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өсөн

“Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы “Ғаилә һәм Рәсәй киләсәге” Бөтә Рәсәй конкурсы дипломы менән билдәләнде.

“Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы “Ғаилә һәм Рәсәй киләсәге” Бөтә Рәсәй конкурсы дипломы менән билдәләнде.
Рәсәй йәмғиәтендә традицион ғаилә ҡиммәттәрен раҫлауға һәм ғаиләгә йүнәлеш тотҡан мәғлүмәти сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған журналист эштәре конкурсы Федераль матбуғат һәм киң коммуникациялар агентлығы, шулай уҡ “Истоки” маҡсатлы капитал фонды ярҙамында Андрей Первозданный фонды тарафынан “Әсәлектең изгелеге” Бөтә Рәсәй программаһына ярашлы уҙғарыла.
Конкурсҡа барлығы Рәсәйҙең етмеш ете төбәгенән 512 заявка килгән, жюри ағзалары алты меңдән артыҡ журналист эшен ҡараған.
“Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы редауцияһы коллективына конкурста ҡатнашыусы дипломы тапшырылды.
– Ҡатмарлы демографик хәл һәм төрлө, йыш ҡына деструктив мәғлүмәт ағым шарттарында һеҙҙең эшегеҙ ғәйәт мөһим һәм әһәмиәтле, – тиелә конкурсты ойоштору комитеты хатында. – Һеҙҙң конкурста ҡатнашыуығыҙ – ғаилә тематикаһын яҡтыртҡан, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә һәм раҫлауға, шулай уҡ сәләмәт, йәшәүгә һәләтле мәғлүмәти мөхит булдырыуға әҙер журналистарҙың бергә тупланған көсө ул.
Гөлнара Мурзина.
Читайте нас