«Етегән-2019» асыҡ республика конкурсы «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап ойошторола. Конкурс 2019 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем бара.
Байрам 2016 йылдан алып йыл һайын яҙҙың тәүге көнөндә — 1 мартта уҙғарыла. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм яҡлауға йүнәлтелгән. «Етегән-2019» асыҡ республика конкурсында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған: һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү; мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу; иң яҡшы башҡорт бейеүе; мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ) ; иң шәп башҡортса флаерҙар һәм открыткалар; «Мөхәббәт» темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр; башҡорт йырҙарына һәм көйҙәренә «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға 2019 йылдың 1 мартында, «Етегән» байрамында, ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Ғариза менән конкурс эштәрен 25 февралгәсә etegan_2019@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.