Хөрмәтле Бәләбәй район-ара прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрам – Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
Прокуратураның теүәл, закондарға таянған эшмәкәрлегенән башҡа дәүләтселек нигеҙҙәрен нығытыу мөмкин түгел. Шәхес мәнфәғәттәрен яҡлау һәм хоҡуҡи йәмғиәткә хәрәкәт – һеҙҙең эшегеҙгә баһа биреүҙә төп шарт. Граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм иреген яҡлап, һеҙ ғәҙеллеккә һәм закондың тантана итеүенә ышанысты нығытаһығыҙ.
Бай тәжрибәле, компетентлы, юғары яуаплы булыуығыҙ киләсәктә лә беҙҙең район территорияһында законлылыҡты үтәүҙең ышаныслы гаранты булып тора.
Һеҙгә сәләмәтлек, бәрәкәт һәм Ватан именлеге өсөн хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
БР Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы