Быйыл Рәсәй прокуратураһы ойошторолоуының 297 йыллығын билдәләй. Бәләбәй район-ара прокуратураһы – Рәсәй Федерацияһы прокуратура органдарының берҙәм федераль үҙәкләштерелгән системаһының бер өлөшө. Район прокуратураһы штаты оҙаҡ ваҡыт үҙгәрешһеҙ ҡала, унда 12 оператив хеҙмәткәр, әйҙәүсе белгес һәм водитель.
Рәсәй Федерацияһы прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө байрамы яңы йылдың беренсе айына тура килә, шуға бәйле Бәләбәй район-ара прокуратураһының район-ара прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Александр Данилов 2018 йылға ҡыҫҡаса йомғаҡ яһай:
– Район-ара прокуратура, ҙур булмаған штат менән, ярайһы ҙур эш күләме башҡарыуға өлгәште һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алды. Закондар үтәлешен күҙәтеп, 2018 йылда беҙ 1991 закон боҙоу осрағын асыҡланыҡ. Уларҙы бөтөрөү маҡсатында законһыҙ хоҡуҡи акттарға 164 протест белдерелде, улар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде. 348 күрһәтмә сығарылды, уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса, закон боҙоуҙа ғәйепле 353 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, закон боҙоу осраҡтары бөтөрөлдө. Прокурор ҡарарҙары буйынса 210 вазифалы кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, прокурор тикшереүҙәре материалдары буйынса 12 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Судтарға 3,4 миллион һумдан ашыу суммаға 363 ғариза ебәрелде, шуларҙың 262-һе эшләүсе граждандар файҙаһына эш хаҡын түләттереү тураһында, дөйөм суммаһы – 1,7 миллион һумдан артыҡ. Граждандарҙың 494 мөрәжәғәте һәм ғаризаһы ҡаралды, шуларҙан 58 мөрәжәғәт нигеҙле тип танылды һәм ҡәнәғәтләндерелде, улар буйынса төрлө саралар күрелде.
2018 йылда район-ара прокуратураның дөйөм эш күрһәткестәре шундай. Үрҙә әйтеп үтелгәндәрҙән тыш, прокуратураға шулай уҡ тикшереү һәм тәүтикшереү барышында закондар үтәлешен, оператив-эҙләү эшмәкәрлеген алып барған органдарҙың, яза биреүҙе үтәүсе органдарҙың һәм учреждениелар хакимиәттәренең закондарҙы үтәүен күҙәтеү йөкмәтелгән. 2018 йылда район прокуратура хеҙмәткәрҙәре 526 енәйәт эшен ҡарауҙа ла ҡатнашҡан.