Туризм
13 Января 2019, 13:05

13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө

Хөрмәтле Бәләбәй районы киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре!Һеҙҙе Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотлайым!

Хөрмәтле Бәләбәй районы киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотлайым!
Һеҙҙең һөнәр кешеләре актив гражданлыҡ позицияһына, күҙәтеүсәнлеккә эйә булыуы, уҡыусыларға мәғлүмәт кенә түгел, тормошҡа үҙ ҡараштарын еткерә белеүе менән дә айырылып тора. Баҫма һүҙгә ышаналар, уға ҡолаҡ һалалар. Заманса киң мәғлүмәт саралары үҙ аудиторияһы менән иң сетерекле һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә, власть менән йәмғиәт диалогында ышаныслы аралашсы булараҡ сығыш яһап, һеҙ ижтимағи бағланыштар үҫешенә йоғонто яһайһыҙ.
Бөгөн беҙ ваҡытлы баҫмаларҙың юғары сифатын тәьмин итеүсе полиграфистар адресына ла ысын рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яңы идеялар һәм проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуығыҙҙы, бөтмәҫ дәрт-дарман һәм ғаилә усағы йылыһы теләйем!
Азат Сәхәбиев,
БР Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы
Читайте нас