… Буран урманды аҡ ҡар шәленә ураны ла ураны. Әммә ул Сәләмәтлек һуҡмағына йыйылған спортсыларҙы тамсы ла ҡурҡытманы: еҙ самауыр ҡайнаны, усаҡ ялҡынланып янды, баян сыңы һәм “Родниковая Россия” йырсыларының көслө тауышы яңғыраны. “Славян үҙәге” урындағы ижтимағи ойошмаһы саҡырыуы буйынса саңғысылар Бәләбәй спорты ветераны, СССР-ҙың саңғы ярыштары буйынса беҙҙең райондан беренсе спорт мастеры Михаил Никифорович Пыжьянов приздарына уҙышты.