Белгестәр ультратауышлы диагностика үткәреү өсөн яңы сканер, шулай уҡ күҙ ауырыуҙарын тикшерергә ике аппарат алды. Күҙ алмаһының алғы өлөшөн анализлау өсөн заманса аппарат пациенттарҙы теүәлерәк һәм уңайлыраҡ ҡарау-тикшереү мөмкинлеге бирә.
“Шулай уҡ был аппарат ярҙамында күзгә ингән сүпте алыу уңайлы”, – тип аңлатма бирҙе балалар поликлиникаһы табип-офтальмологы Ольга Мерклина.
Авторефкератометр – күҙҙең оптик системаһын теүәл үлсәй торған аппарат - әлеге ваҡытта киң таралған астигматизм кеүек ауырыуҙы һәм башҡа күп сирҙәрҙе теүәл асыҡлау мөмкинлеге бирә.
“Был ҡоролма рефракция һәм күҙлектәр һайлау өсөн тәғәйенләнгән. Яҡындан йәки алыҫтан күрмәү хәҙер мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында киң таралған күҙ ауырыуҙары. Был аппарат беҙгә бик кәрәк ине", – тине Ольга Александровна.
Ультратауышлы диагностика табибы кабинетында урынлаштырылған эске органдарҙы тикшерә торған медицина аппараты эштә инде киң ҡулланыла.
“Өҫтәмә сканер булғас, күберәк пациенттар ҡабул итеү мөмкинлеге тыуҙы. Беҙ шулай “тере” сират барлыҡҡа килеүҙән ҡасабыҙ. Унан аппарат врач кабинетында ғына түгел, поликлиниканан ситтә лә дигностика уҙғарыу мөмкинлеге бирә”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша балалар поликлиникаһы мөдире Гүзәл Ғүмәрова.
Ҡоролма һәр саҡ файҙаланыуға әҙер – пациенттың ятағы янында, операция өҫтәле эргәһендә, спорт майҙанында. Стационар шарттарында сканерҙы арбала күсереп йөрөтөп була, ул база комплектына инә.
– Сәләмәтлекте һаҡлау – йәмғиәт тормошоноң һәр кешегә ҡағылған яғының береһе. Шуға күрә ҡала һәм районда йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифаты һәм дауалау учреждениеларында сервис йылдан-йыл яҡшырырға тейеш, – тип баҫым яһаны Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмурзин.