Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Ғинуар 2019, 17:39

Белһендәр һәм онотмаһындар уларҙы

Ҡала һәм район йәшәүселәр Бәләбәй ҡалаһының яңы урамдарын данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәре менән атарға кәрәк тигән тәҡдим менән сыға.
Беҙҙең Бәләбәй төбәге урамдар, мәктәптәр, дауаханалар, башҡа предприятиелар һәм учреждениелар атамаларында киләсәк быуындар өсөн иҫтәлектәрен һаҡларға лайыҡ тарихи шәхестәргә бай.
Ҡала һәм райондың йәмәғәт ойошмалары – Бөтә донъя татар конгресының Бәләбәй бүлексәһе (рәйесе – Рәсүл Гәрәев), Башҡорт халыҡ үҙәгенең “Аҡмулла” Бәләбәй бүлексәһе (Нурфаяз Низаметдинов) һәм Татар ижтимағи үҙәге (Флүр Йәһүҙин), “Ак калфак” татар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһының Бәләбәй ойошмаһы (Ғәлиә Әхмәтшина), татарҙарҙың урындағы милли-мәҙәни автономияһы (Артур Садиҡов) йәшәүселәрҙең инициативаһын хуплайҙар.
Муниципаль райондың медицина хеҙмәткәрҙәре ҡала урамдарының береһенә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы, СССР-ҙың һаулыҡ һағы отличнигы, Бәләбәй ҡалаһының почетлы гражданы Солтанов Әсғәт Солтан улының исемен биреү тәҡдиме менән 120-нән артыҡ ҡултамға йыйған. Хирург Әсғәт Солтан улы ҡалала йәшәүселәрҙең сәләмәтлеге һағында оҙаҡ йылдар торған.
Ҡала йәмәғәтселеге шулай уҡ яҡташтары, 1917 йылғы революцияла һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, республика кимәлендәге сәйәси һәм хужалыҡ етәксеһе, Сталин репрессиялары ҡорбаны Йәһүҙин Ғимаҙ Йыһангир улынының иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында Туҙлыҡуш ауыл халҡының башланғысын хуплай. Ауыл кешеләре уның исемен Бәләбәй ҡалаһы урамдарының береһенә бирергә тәҡдим итә, ул 1912– 1929 йылдарҙа бында йәшәгән һәм эшләгән. Шулай уҡ улар Совет урамындағы Ғимаҙ Йыһангир улы ғаиләһе менән йәшәгән 1-се йорт стенаһына мемориал таҡта ҡуйырға тәҡдим итә. Туҙлыҡуштар ҡырҡтан артыҡ ҡултамға йыйған, әле ҡултамға йыйыу дауам итә.
Туймазы районының Кәлшәле ауылында йәшәүселәр һәм Бәләбәй гуманитар-техник колледжы коллективы, бер туған Юлдашевтар хөрмәтенә ҡала урамдарының береһен атап, Бәләбәй өйәҙендә тыуып-үҫкән ике данлыҡлы шәхесте мәңгеләштереү башланғысы менән сыҡты. Улар: телсе, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы һәм Бәләбәй педучилищеһы педагогы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Бәләбәй ҡалаһының почетлы гражданы Юлдашев Мәхмүт Әхмәт улы.
Ҡала һәм райондың йәмәғәт ойошмалары Бәләбәй муниципаль район Советы рәйесе Василий Петровҡа һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевкә йәшәүселәрҙең һәм йәмәғәт ойошмаларының инициативаһын хупларға һәм Ғимаҙ Йәһүҙин, Әсғәт Солтанов, бер туған Юлдашевтарҙың исемдәрен ҡала урамдарына бирергә, Йәһүҙиндәр йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйырға кәрәк, тип мөрәжәғәт иттеләр.
Үҙ халҡына, үҙ эшенә тоғро, тыуған төбәкте данлаған кешеләрҙең исемдәрен боронғо ҡаланың яңы урамдарына биреү бәләбәйҙәрҙең яҡташтарына тәрән ихтирам билдәһе һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау булыр ине. Был үлгәндәргә түгел, беҙгә, иҫәндәргә, кәрәк.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас