Бөгөн йәштәр “Титаник” тип йөрөткән Әмиров бульварында күптәр һоҡланып ҡарап уҙған, туҡтап хуш еҫен еҫкәгән шыршыларҙы кем, ҡасан ултыртҡан, беләһегеҙме?
Был хаҡта Бәләбәйҙә йәшәүсе Илдар Хәлим улы Фәттәховтың редакцияға килтергән фотоһы “һөйләй”. Ҡалаға йәм, хозурлыҡ өҫтәп ултырған ҡупшыҡайҙарҙы 1983 йылда “Автонормаль” заводы эшселәре ултыртҡан икән.
– Беҙ уларҙы декабрҙә ултырттыҡ, ҡышҡы ултырту (зимняя посадка) “операцияһына” эләкһәләр ҙә, шыршылар һәйбәт үҫеп китте, – ти ул, хәтерендә әлеге ваҡиғаны яңыртып. –Фотолағы трактор транспорт цехыныҡы, уны Марс Ғизетдин улы алып ҡайтҡайны.
... Ул ваҡыттан бирле шатлыҡ-һөйөнөстәре, ҡайғы-хәсрәттәре менән 35 йыл ғүмер үтеп тә киткән. 35 йыл элек тыуған ер тупрағында берегеп, ныҡлы тамыр ебәреп, юғарыға үрләгән йәшел шыршылар тыуған ҡалаға йәм өҫтәү маҡсаты менән изге эш башҡарған автонормалдәр иҫтәлеге булып, тағы оҙаҡ йылдар ғорур баҫып торор әле.
Ҡыҙғанысҡа күрә, Илдар Фәттәхов фотоның авторын белмәй.