Туризм
17 Января 2019, 09:16

Бүләккә – йәмәғәтселек таныуы

Башҡорт гимназия-интернаты өсөн тантаналар залында байрам алды тулҡынланыуы – ғәҙәти күренеш, сөнки әлеге уҡыу йортонда муниципаль һәм республика кимәлендәге саралар йыш уҙа. Әммә был байрам айырыуса яҡын һәм ҡәҙерле. Ул гимназияла Илдар һәм Искәндәр Басареевтарҙың “еңел ҡулы” менән тыуған.

Йыл һайын ҡышҡы каникулда бында уҡыу һәм ижади хеҙмәт һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһала. Балалар өсөн дә, остаздары өсөн дә уларҙың ҡаҙаныштары тураһында барыһының да белеүе, ә һөнәри эшмәкәрлектәрендә юғары үрҙәр яулаған һәм ихтирамға лайыҡ булған кешеләрҙең баһа биреүе айырыуса ҡәҙерле.
Башҡорт гимназия-интернатына “Киләсәккә – аманат” байрамына был көндө Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй муниципаль районы Мәғариф идаралығы начальнигының тәрбиәүи эш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Лилиә Дутова, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Бәләбәй ҡалаһының почетлы гражданы, хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре Риф Ғәзизов; Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Светлана Ғәзизова; донъяның виртуоз ҡубыҙсыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, БР-ҙың мәғариф отличнигы, “Өлгө ал!” республика конкурсы еңеүсеһе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов; шағир-йырсы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй Яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы Рәмил Сурағол; Рәсәйҙең спорт мастеры һәм Башҡортостандың каратэ буйынса күп тапҡырҙар чемпионы, каратэ буйынса Европа чемпионы Искәндәр Басареев һ.б. килде.
Гөлнара Мурзина
Читайте нас